СКАНИ - Юк

Обложка Альбома СКАНИ - Юк


Поделись Текстом:

Ҡайһы саҡта был тормошто булмай шул аңлап,
Һине түгел үҙ-үҙемде йәшәйем алдап.
Үҙем юҡ тигән булһам да һин миңә кәрәк,
Бер берeһенә ҡаршы килә, аҡыл һәм йөрәк.

Юҡ, юҡ, юлдарыма ҡаршы сыҡма
Юҡ, юҡ, ҡулдарымдан яңлыш тотма
Тик һин, ышана күрмә зинхар
Минең өсөн бары тик һин бар.

Яттар менән яңлыш күрһәм һине үҙеңде
Асыуымдан көскә тоям мин үҙ үҙемде
Яныңа ла килә алмам, китә лә алмам
Ләкин һине башҡаларға мин бирә алмам.

Юҡ, юҡ, юлдарыма ҡаршы сыҡма
Юҡ, юҡ, ҡулдарымдан яңлыш тотма
Тик һин, ышана күрмә зинхар
Минең өсөн бары тик һин бар.

Тик һин, ышана күрмә зинхар
Минең өсөн бары тик һин бар.


Песня СКАНИ - Юк
Текст Песни СКАНИ - Юк
Юк - СКАНИ Текст Песни